Ксения Салазанова Өфөләге Валерий Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейынан старт алды. Ксения белдеренсә, Архангельск өлкәһенең Северодвинск ҡалаһына тиклем маршрутҡа уны танылған яҡташыбыҙҙың тарихы илһамландырған. Ксенияға 2 мең километр юл үтергә кәрәк була. Өфөгә ул Вологда аша поезд менән ҡайтырға уйлай. Спортсы алыҫ маршрутҡа беренсе тапҡыр ғына сыҡмай. Уҙған йылда ул Сахалин буйлап 840 километр юл үткән.