Шуларҙың береһе-«Социаль проектлау нигеҙҙәре». Уны Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ижтимағи проекттар ресурс үҙәге республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзалары өсөн уҙғарҙы. Ойоштороусылар белдереүенсә, бындай мәғариф программалары ветерандарға яңы белем биреп кенә ҡалмай, уларға үҙҙәрен йәмәғәт эшмәкәрлегендә табырға ла ярҙам итә. Социаль проектлау ветерандарға төрлө башланғыстарын тормошҡа ашырыу һәм республика үҫешенә үҙ өлөшөн индереүгә булышлыҡ итеп, тыныс тормошҡа уңышлы ҡулайлашыу ҡоралына әйләнә бара.
Семинарҙа ҡатнашыусылар практик белемдәр алып, тормошҡа ашырылған проекттар миҫалында проблемаларҙы билдәләргә, башланғыстың социаль әһәмиәтен баһаларға һәм грант алыуға дөрөҫ ғариза яҙырға өйрәнде.