Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарына ғаризалар ҡабул ителә

Республика вуздарында ун дүрт меңгә яҡын бюджет урын иҫәпләнә. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 200 бюджет урыны ҡаралған.  Декан Гөлфирә Абдуллина:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Абитуриенттар бер юлы биш вузда бишәр йүнәлеш һайлай ала. Документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡалдырырға, шулай уҡ уҡыу йорттарында ҡабул итеү комиссияһына шәхсән тапшырырға мөмкин. Конкурстың төп этап һөҙөмтәләре август башында билдәле була.