Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ике республика араһында был өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыу барышында Башҡортостан халҡы өсөн Үзбәкстандың тарихи һәм мәҙәни үҙәктәренә турҙар ойоштороу, Үзбәкстан туристары өсөн Башҡортостандың тәбиғи ҡомартҡыларына, шифахана-курорт комплекстарына һәм этно-турҙарға иғтибар йүнәлтеү мәсьәләләре ҡаралды. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, 60-ҡа яҡын килешеү ике төбәктә лә туризм индустрияһын үҫтереүгә йүнәлтелә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯңы туристик программалар, шул иҫәптән социаль әһәмиәткә эйә булған проекттар тураһында ла килештек”, - ти “Хазина-тур" туроператоры етәксеһе Комил Сиразетдинов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Ике республика араһындағы тура авиабәйләнеш үҙ-ара сәйәхәттәрҙе үҫтереү өсөн
уңайлы шарттар тыуҙыра. Киләсәктә
хеҙмәттәшлек нығыныр һәм ике төбәк халҡы өсөн яңы, ҡыҙыҡлы ял итеү
мөмкинлектәре булыр, тип көтөлә.