Радий Хәбиров Өфө хосписы асылыуға өс йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты

Берҙәм коллективҡа, ирекмәндәргә, төҙөүселәр һәм бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде. «Бында изге йөрәклеләр эшләй»,- тине төбәк етәксеһе үҙ сығышында. Хәстәрлек һәм мәрхәмәтлек үҙәгендә ауыр сирлеләргә күрһәтелгән ярҙам һәм уның һөҙөмтәләре тураһында киләһе яҙмала.

Ун йәшлек Аиша балыҡ ҡармаҡлауҙан бигерәк музыка тыңларға ярата. Паллиатив ярҙамға мохтаж ҡыҙ Өфө хосписына икенсегә килгән. Әсәһе Әлфиә Яҡупова билдәләүенсә, бала ышаныслы ҡулдарҙа. Дауахананан айырмалы бында өйҙәге кеүек мөхит.

Өфө хосписы 2013 йылдың йәйенән алып уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Ошо ваҡыт эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа ауыр, ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған, паллиатив ярҙамға мохтаж өс меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелгән, уларҙың 800-е балалар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждение асылыуға өс йыл тулыуға арналған тантанала ҡатнашып, тәрбиәләнеүселәр менән берҙәм коллективҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Өс йыл эсендә хоспис тирәләй көслө команда барлыҡҡа килә. 123 белгес эшләй, уларҙың 70 проценттан ашыуы медицина персоналы. Һәр ҡайһыһы үҙ эшен юғары оҫталыҡ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Байрам сараһында учреждение үҫешендә ҡатнашҡан бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды. «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр ҙә булды.

Пациенттарға һәм уларҙың ғаиләләренә оло хәстәрлек күрһәткән, күп төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән ирекмәндәрҙең эше лә юғары баһаланды. Хоспистың төп терәгенә әйләнгән замандаштарыбыҙ почет билдәһе менән бүләкләнде. Төҙөүселәр, бағыусылар, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хоспистың балалар һәм өлкәндәр бүлектәрен ҡараны, пациенттар менән аралашты. Өфөләге ойошма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә паллиатив ярҙам үҙәгенә лә әйләнде. Пациенттарҙы дауалау өсөн медицина кадрҙарын әҙерләү һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү ҙә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе.

Учреждение, ғөмүмән, 60 урынға иҫәпләнгән, өлкәндәр бүлексәһендә 40, балаларҙыҡында 20 палата. Хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, күңел йылыһы менән бүлешергә әҙер, күсмә бригадалар ҙа булдырылған. Республикала ярты меңдән ашыу ғаилә хәйриә фонды ҡурсалауына алынған

Өфө хосписы балалар һәм өлкәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә хәстәрлек утрауы. Был стеналарҙа йәшәүгә өмөт һәм ышаныс уяна. Ҡатмарлы ауырыу билдәләрен, һыҙланыуҙарҙы баҫыу буйынса терапия уҙғарыла, тәрбиәләнеүселәр күп төрлө сараларға ла йәлеп ителә. Шулай уҡ бында ял бүлмәләре дә ойошторолған.

Хоспис тәүлек әйләнәһенә эшләй. Пациенттар янына яҡындары һәм туғандары теләгән ваҡытта килә ала. Учреждение етәкселеге билдәләүенсә, ишектәр мәрхәмәтле кешеләр өсөн дә асыҡ. Бағыусыларҙан даими рәүештә ярҙам ҡабул ителә.

Гөлназ Хәйбуллина