«Баҫыу көнө» семинар майҙансығында республика ауыл хужалығы кластары һәм колледждарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Быйыл күләмле агрофорум Өфө районы Ягодная Поляна ауылы эргәһендәге Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми-уҡытыу үҙәгендә үтә.
Сарала йәштәр үҫемлекселек һәм агротехнологиялар өлкәһендәге алдынғы ҡаҙаныштар менән танышты. Ватан селекционерҙары 70 гектар майҙанда перспективалы ауыл хужалығы культуралары һәм гибридтарының 300-ҙән ашыу үҫентеһен, шулай уҡ минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештереү тәжрибәләрен тәҡдим иткән.
Бынан тыш, урында алдынғы етештереүселәрҙең 140 берәмегенән ашыу яңы ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе лә ойошторолған. «Баҫыу көнө» буласаҡ аграрийҙар өсөн төрлө яҡлап отошло булған. Студенттар һәм уҡыусылар үҙ компетенцияларын киңәйтеп кенә ҡалмаған, инновацион эшләнмәләр һәм һанлы технологияларҙың иҡтисадтың реаль секторында файҙаланыуында күрҙе. Йола буйынса урып-йыйыу эштәренә старт биргән агрофорум, шулай уҡ «Трактор-шоу» һәм дрон-рейсинг кеүек тамашаларҙы ла үҙ эсенә алған. Сара 11 июлгә тиклем дауам итә.