Башҡортостан урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы дауам итә

Быйылдан уҡырға инеү ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. Колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар мәҫәлән, юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханы талап ителмәй. Шулай уҡ мәғариф учреждениеһынан бер нисә квалификация алып сығыу мөмкинлеге лә ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Юғары уҡыу йорттарында ғына түгел, урта махсус һөнәри белем биреү учреждениеларында ла иртәнге сәғәттәрҙән алып абитуриенттарҙан сират. Республика район-ҡалаларынан, хатта, сит төбәктәрҙән дә уҡырға инергә теләүселәр күп. Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжында ғына бөгөнгө көнгә тиклем 3 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Тимәк, конкурс та юғары буласаҡ.

Әйткәндәй, быйылдан ҡабул итеү кампанияһында колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар өсөн яңылыҡтар индерелде. Улар юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай.

Ҡабул итеү кампанияһы 15 авгусҡа тиклем дауам итә. Өҫтәмә имтихандар тапшырырға кәрәкмәй. Аттестаттың уртаса балы иҫәпкә алына. Әгәр урта махсус уҡыу йорттарында буш бюджет урындары ҡалған осраҡта, документтар ҡабул итеү ноябрь аҙағына тиклем оҙайтыла.

Азат Ғәлиуллин