Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Сәләмәтле поезы Иглин районында. Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Ауыл кешеләренең һаулығы хаҡында хәстәрлек күреүселәр хаҡында киләһе яҙмала.

«Сәләмәтлек поезы» ярҙамында тәүгеләрҙән булып иң алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә. Баш ҡаланың тәжрибәле табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре Красный Восход, Түбәнге Ләмәҙ һәм Көҙәй ауыл советтарында йәшәүселәрҙең һаулыҡ торошон тикшерҙе. Иглин районындағы «Сәләмәтлек поезы» ның һуңғы туҡталышы Охлебинин ауылы.

«Сәләмәтлек поезы» Иглин районы халҡына, айырыуса алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә адреслы медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн һәм иртәгә Охлебинин ауылында эшләйбеҙ. Яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәргә лә медицина ярҙамы күрһәтелә. «Сәләмәтлек поезы»нда участка терапевтары һәм төрлө йүәлештә махсуслашҡан белгестәр эшләй, шул иҫәптән 21-се дауахана табиптары ла бар.

Пациенттарҙың һаулығын диагностикалау өсөн заманса медицина приборҙары: ультратауыш аппараттары, флюорографтар, маммографтар һәм электрокардиографтар ҡулланыла. Акция сиктәрендә Иглин районында өс меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Һөҙөмтәлә 225 сир асыҡланған, уларҙың 22 -һе-онкология, 50-һе-йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 30-ҙан ашыуында-шәкәр диабеты. Акция Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош»» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Гүзәл Борханова