Мәскәүҙән еңеү менән. Бөрө ҡалаһынан Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй ғаиләләр конкурсында еңеү яулап ҡайтты. Ә Копейкиндар ғаиләһе махсус призға лайыҡ булды. Уларҙы Өфө аэропортында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре ҡаршы алды. Еңеүсе ғаиләне социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы ла ҡотланы.
Ғиззәтуллиндар әйтеүенсә, уларға еңеү яуларға һәләтле булыуҙары ғына түгел, берҙәмлектәре лә ярҙам иткән. Ғаилә башлығы Эдуард Альберт улы һөнәре буйынса водитель, конструкторҙар йыйыу, тыуған яҡ тарихы һәм музыка менән ҡыҙыҡһына.Тормош иптәше Анна Леонидовна математиканы яҡшы белә, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уларҙың балалары Мирон һәм Есения сәнғәтте ярата, фәнни конкурстар һәм олимпиадалар призерҙары. Конкурстың төп талаптарының береһе өс быуын вәкиле ҡатнашыуы, Аннаның әсәһе Ирина Черных биология фәндәре кандидаты, пенсияға сыҡҡас, үҙендә яңы һәләт аса һәм «Рус йыры» халыҡ хоры менән етәкселек итә.
«Беҙҙең ғаиләлә тап шулай» конкурсы «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһында ойошторола. Быйыл абруйлы конкурста илдең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу иң әүҙем ғаиләләр ҡатнашҡан, Башҡортостан данын 5 ғаилә яҡлаған. Конкурс шарттары буйынса еңеүсе 60 ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 5 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылған, ә суперфиналда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғаилә сәйәхәтенә юлланасаҡ.