Әбйәлил районында экологик өмә 150-нән ашыу кешене берләштерҙе

Әбйәлил районының Хәмит ауылында Ҡағы йылғаһы буйы таҙартылды һәм муниципаль объекттар биләмәһе тәртипкә килтерелде. Экологик акция «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан ойошторолдо.

«Салауат» йәмғиәте экологик сараларҙы даими ойоштора. Был юлы Хәмит ауылы мәктәбе, клуб, балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһенә ағас үҫентеләре, ҡыуаҡтар һәм сәскәләр ултыртылды. Социаль объекттарҙың майҙаны йәшелләндереү акцияһынан һуң йәмләнеп, балҡып ҡалды, ти хәмиттәр. Әйткәндәй, ауыл халҡы экологик марафонға дәррәү ҡушылған. Өмәгә ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа сыҡҡан. Ауыл советы депутаттары, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары ағзалары ла ситтә ҡалмаған. Тыуған төйәгебеҙҙең төҙөклөгө, матурлығы һәр беребеҙҙең ҡулында, ти улар.

Экологик өмә көнөндә Хәмит ауылы гөрләп торҙо, тип әйтергә мөмкин. Сарала ҡатнашыусылар социаль объъекттар биләмәһен йәшелләндергәндән, тәртипкә килтергәндән һуң Ҡағы буйына юлланды. Улар күмәкләшеп йылға ярын сүп-сарҙан, ҡоро ботаҡтарҙан таҙартты. Был «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең беренсе экологик өмәһе түгел. Эшләй башлағандан алып улар биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү буйынса тиҫтәнән ашыу акция ойошторған. Быйыл майҙа Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйы ла тәртипкә килтерелгән. Компания киләсәктә Ағиҙел йылғаһы ҡушылдыҡтарына уҡбалыҡ селбәрәләре ебәрергә лә ниәтләй. Экологик саралар ҙа дауам ителәсәк. Хәмиттәге акция 150-нән ашыу кешене берләштерҙе.