Ишембай районында махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәрҙәре үрәләр

Махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән Ишембай районы Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәре үрелә. Эш өсөн кәрәк-яраҡ мәрхәмәтле кешеләр көсө менән һатып алына. Махсус япма хәрбиҙәргә ҡорал, техника, блиндаж урынын йәшерергә ярҙам итә. Ирекмәндәр септәргә ихтыяж юғары булыуын билдәләй, башҡа ауылдарҙан да заказдар бар.

Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, баш һәм өҫ кейемдәре, дарыуҙар-алғы һыҙыҡтағы яҡташ яугирҙарға даими рәүештә гуманитар ярҙам менән оҙатыла. Ирекмәндәр хәрәкәтендә бөгөн тиҫтәнән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар бергәләп Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә.