Башҡортостанда янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләре араһында һөнәри оҫталыҡ ярышы үтте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында ойошторолған ярышта 24 команданан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Һәр этап янғынға ҡаршы хеҙмәттә эшләүселәр өсөн махсус әҙерләнгән, унда янғын һүндереүҙә һәм авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуҙа кәрәкле күнекмәләр иҫәпкә алынған. Атап әйткәндә, «Хәүеф» сигналдары буйынса эш итеү, махсус ҡорамалдар менән ҡулланыу, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, бейеклектә эшләү һәм башҡалар. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Белорет районы Абҙаҡ ауылының янғын часы командаһы еңеү яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Ишембай районы Петровское һәм Туймазы ҡалаһы вәкилдәре бүлеште.