Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина учреждениены дәүләт, бизнес һәм граждандар йәмғиәтенең үҙ-ара килешеп эш итеүенең сағыу өлгөләренең береһе тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән хәйриә,йәмәғәтселәр, табиптар һәм власть органдары көсөн был проектты тормошҡа ашырыу тирәләй берләштереү мөмкин булды. “Хоспис тулыһынса хәйриә иғәнәләренә төҙөлгән, бөгөн ул төбәк паллиатив ярҙам системаһының тулы хоҡуҡлы өлөшө булып тора. Хеҙмәттәшлектең бындай форматы шуны күрһәтә: иң ҡатмарлы социаль мәсьәләләр дәүләт һәм йәмғиәт ысын партнерҙар булып киткән урындарҙа уңышлы хәл ителә”-, тине Энже Әхмәҙуллина.