Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды

Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары икенсе йыл рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Семинар-форумдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оҫта механизатор ҡулында ҡеүәтле техника ла уйынсыҡ һымаҡ. «Тракторҙар шоуы» баҫыу көнөнөң иң сағыу һәм үҙенсәлекле өлөшө. Сөнки тап ошо майҙанда төрлө фигуралар яһаған тракторҙарҙы күрергә мөмкин. Бында ялан батырҙары өсөн һөнәри оҫталыҡ, тәжрибә, таһыллыҡ ярышы үтә. Тракторҙар яңы, ҡеүәтле, заман менән бергә техника ғына түгел, төшөнсәләр ҙә үҙгәрә. Хәҙер тракторсы тигән һөнәр эйәһе юҡ, механизатор йәки трактор операторы тип атала.

Республика семинар-форумы баҫыу эштәренең тулы циклын үҙ эсенә ала. Быйылғы сарала тармаҡты һанлы форматҡа күсереүгә, заманса технологияларға ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, майҙанда 120 килограмм йөк күтәреүгә иҫәпләнгән тәүге агпродронды күрергә мөмкин, ул бер юлы 10 гектар майҙанға минераль ашламалар тарата ала.

Заманса технологиялар аграр тармаҡтың һәр йүнәлешендә лә үҙләштерелә. Белгестәр фекеренсә, ауыл хужалығын фәнгә, асыштарға нигеҙләнеп кенә үҫтерергә була. Күргәҙмәлә заманса техника өлгөләре, Башҡортостан климатына яраҡлаштырылған сорттар, минераль ашламалар ҡуйылған.

Ә был үҙйөрөшлө универсаль ҡоролмаменән үлән сабырға ла, ҡар таҙартырға ла, урам һеперергә лә, йөк ташырға ла мөмкин. Агроробот 200 килограмдан ашыу йөктө күтәрә ала. Уны башҡорт дәүләт аграр университетының ғалимдары һәм студенттары уйлап тапҡан. Агрегат менән программа аша ла, пульт менән дә идара итергә мөмкин.

Баҫыу көнө икенсе йыл рәтттән Башҡорт дәүләт аграр университетының тәжрибә майҙанында үтә. Был осраҡлы түгел, уҡыу йорто Рәсәйҙә ауыл хужалығына кадрҙар әҙерләү, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, фәнни асыштар яһау буйынса алдынғы урында тора.

Башҡорт дәүләт аграр университетының тәжрибә баҫыуында беҙҙең төбәк климатына яраҡлаштырылған иген һәм ҡуҙаҡлы культура сорттары менән танышырға була. Улар һалҡынға бирешмәй, ҡоролоҡҡа ла, дымға ла сыҙамлы. Бында борсаҡ, көнбағыш, бойҙайҙың ят, уңдырышлы сорттарын ғына түгел, яңы культураларҙы ла осратырға мөмкин. Улар барыһы ла белгестәрҙең ныҡлы күҙәтеүе аҫтында үҫә. Мәҫәлән, китаптар аша ғына таныш маш культураһы беҙҙең тупраҡҡа һынау өсөн ултыртылған.

Заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар, Әммә тармаҡтың төп байлығы кадрҙар. Көндө-төнгә ялған эшләгән ялан батырҙары. Семинар-форумда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дүәләт наградаларын тапшырылды.

Баҫыу көнө ул фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, заманса эш алымдары менән танышыу майҙаны. Урып-йыйыу кампанияһы алдынан яңы ҡаҙаныштарға этәргән сара. Аграрийҙар әйтеүенсә, йыл уңышлы килһә, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың уңышы 3 миллион тоннанан кәм булмаясаҡ тип көтөлә

Р.Кәримова