Башҡортостанда 110 кеше өҫтәмә һөнәри белем тураһында диплом алды

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында өҫтәмә һөнәри белем биреү тураһында дипломдар тапшырылды. Дәүләт өлгөһөндәге документтарҙы «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү», «Юриспруденция» һәм «Халыҡҡа һәм хеҙмәт коллективтарына психологик консультация биреү» йүнәлештәре буйынса 110 тыңлаусы алды. Уларҙың күптәре Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының белем биреү сертификаттары буйынса уҡыған. Улар араһында 56 кеше махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары.