Яҡтар республикала кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау. Хәрбиҙәрҙең дәүләт ярҙамы буйынса хәл итергә кәрәкле мәсьәләләре күп. Һәм, әлбиттә, бик ҡатмарлы тема-яугирҙарҙы әсирлектән сығарыу һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү. Был мәсьәләләрҙе минең үтенесем буйынса Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина координациялай. Ә Яна Валерьевнанан хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙе эҙләү һәм ҡайтарыу буйынса комиссия эшенә һәр яҡлап ярҙам итеүен һораным. Бик ауыр, әммә бик изге эштә уға уңыштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.