Республикала бензинға бәйле хәл бер аҙ тотороҡланып, сират кәмене. Әммә ҡайһы бер заправкаларҙа әле булһа ла көсөргәнешлек күҙәтелә. Уларҙы бөтөрөү өсөн республикала аныҡ саралар күрелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы базаһында проблемаларҙы хәл итеү буйынса оператив штаб ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта бөгөн илдә транспорт сараларын газ-мотор яғыулығына күсерергә теләүселәр арта. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина заправка станцияларына барып автоһәүәҫкәрҙәр менән аралашты.
Бензинға ихтыяж юғары булған көндәрҙә транспорт сараһы газ-мотор яғыулығына ҡулайлашҡан автоһәүәҫкәрҙәр еңел тын алып ҡуйғандыр. Бындай заправка станцияларында бер ниндәй сиратһыҙ яғыулыҡ алып булды, сикләүҙәр ҙә индерелмәне.
Башҡортостанда 1 млн 700 меңдән ашыу автомобиль иҫәпләнә, өс меңгә яҡын машина газ-мотор яғылыулығында йөрөй. 72 газ заправка станцияһы эшләй. Төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, март-апрель айҙары менән сағыштырғанда июндә автомобилдәргә газ баллон ҡорамалдарын ҡуйыуға һорау 35 процентҡа артҡан. Транспорт сараларын был төр яғыулыҡҡа күсереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар ҙа бүленә.
Башҡортостанда газ-мотор яҡыулығы инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Булған заправка станциялары төҙөкләндерелә, улар эргәһендә магазин-кафелар барлыҡҡа килә. Шулай уҡ яңы объекттар төҙөлөшө лә алып барыла, айырыуса федераль трассаларҙа. Был инде автоһәүәҫкәрҙәр өсөн уңайлы мөмкинлектәр тыуҙыра
Гөлназ Хәйбуллина