Төбәк буйынса төп байрам саралары ғәҙәттәгесә Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолдо. Ғаиләләр парады, күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, билдәле артистар ҡатнашлығында концерт-һәр йылдағыса ҡунаҡтар өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Фестиваль йолаһына ярашлы өлгөлө, күп бала үҫтергән ата-әсәләргә почетлы исем, орден-миҙалдар тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рәсәй кимәлендә 8 июль билдәләнгән байрам-Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никах теркәү изге йолаға әйләнде. Карина Дьяконова менән Константин Гребенщиков та тап ошо датаны һайлап, ғаилә ҡороу шатлығын тотош республика халҡы менән уртаҡлашты. Бөрөнөң Октябрь майҙанында уҙғарылған тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Каринэ Владимировна менән бергә ҡатнашты. Йәш ғаиләгә улар мөхәббәтле, бәхетле тормош теләне
Төбәк етәксеһе башланғысы менән теүәл ике йыл элек Изге Петр һәм Февронияға һәйкәл дә асылғайны. Православ дине изгеләре рус мәҙәниәтендә ғаилә бәхете символы һанала. Ҡалала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика байрамы 2019 йылдан алып ойошторола. Күләмле сара ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Сәхнәлә оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән, күп бала үҫтергән ғаиләләргә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды. «Герой-әсә» исеме, «Ата-әсәлек даны» ордены һәм уның миҙалы менән бүләкләнеүселәрҙең һәр ҡайһыһы һоҡландырғыс ғүмер юлы үткән.
Байрам иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәргә бай булды. Айым һәм Рим Рәхимовтар дүртенсе бала көтә, ата-әсә мөрәжәғәте буйынса Радий Хәбиров тантаналы шарттарҙа буласаҡ сабыйҙың малай йә ҡыҙ булыуын иғлан итте.
Бөрөлә ойошторолған республика байрамы һәр йылдағыса меңдәрсә кешене бер майҙанға йыйҙы. «Ғаиләләр парады» менән Башҡортостандың күп милләтле халҡының берҙәмлеген сағылдырған хоровод сараның төп биҙәгенә әүерелде. Үҙәк майҙанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған төрлө күргәҙмәләр, кәсепселәр йәрминкәһе эшләне, милли ихаталарҙа балаларҙы тәрбиәләү йолалары күрһәтелде.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнде, сөнки ул һәр кемгә яҡын булған ҡиммәттәргә нигеҙләнгән. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Бөрө илдең иң матур сауҙәгәрҙәр ҡалаларының береһе. Фестивалгә төрлө төбәктәрҙән ҡунаҡтар килә. Ойоштороусыларға сағыу байрам өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә иғтибар юғары. Төрлө ведомстволар тарафынан илленән ашыу ярҙам сараһы күрһәтелә. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса ғына 133 меңдән ашыу ғаилә ҡурсалауға алынған.