Район үҙәктәрендә заманса йәмәғәт биләмәләре булдырыла. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында ял биләмәһе барлыҡҡа килә. Тротуарҙар яңыртыла, заманса балалар майҙансыҡтары төҙөлә. Шаран ауылында үҙәк майҙан төҙөкләндерелә. Тәтешле районы Шулған ауылында спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге була. Бында универсаль спорт майҙансығын асыу планлаштырыла. Иҫке Балтаста аллеялар булдырыла, Дыуан район үҙәгендә Әй йылғаһы буйы тәртипкә килтерелә. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн 152 биләмә һайланған.