"Хәрби хәрәкәттәр техниканы ғына түгел, улар менән идара итеүсене үҙгәртә"

"Себер" бригадаһының пилотһыҙ осоу  аппараттары хеҙмәте етәксеһе, "Тир" ҡушаматлы  яугир шулай  тип  белдерҙе.  - Ҡораллы көстәр элитаһына эләгеү өсөн төрлө симуляторҙарҙа күнекмәләр үтергә  кәрәк. Шунан һуң махсус курстарға  яҙылырға була. Фронтта  алынған тәжрибә тыныс тормошта ла файҙалы. Дрондар геодезияла, ландшафтты өйрәнеүҙә, ҡотҡарыу, тәртип һаҡлау хеҙмәттәрендә ҡулланыла, - ти яугир. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһында мәғлүмәттәр башбат рф сайтында күрһәтелгән.