Берҙәмлек Рәсәйҙе экзистенциаль хәүефтән ҡотҡарасаҡ

Ил өсөн ауыр ваҡытта лидер һәм Ватанды һаҡлаусылар тирәләй берләшеү мөһим. Ошо турала Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл белдерҙе. “Рәсәйҙе дошмандарҙан һаҡлап ҡалыу, ғибәҙәтханалар, монастырҙар төҙөү ынтылышыбыҙҙы ҡаҡшатмаһын өсөн, халыҡта диндарлыҡты нығытыу мөһим. Рәсәй тарихында киҫкен осорҙа милли лидер тирәләй берләшеү илде бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарған. Рәсәй баҫымға сыҙаясаҡ, берҙәм һәм көслө рухлы булһа, теләһә ниндәй саҡырыуҙы еңеп сығасаҡ”,-тине Патриарх  Кирилл.