Башҡортостан ауылдарына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Быйыл  200-ҙән ашыу  ауылда  ошондай  эш башҡарылған.  38 меңдән ашыу  йорт донъя селтәренә  тоташтырылған.  Был турала Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итәләр.  Йыл аҙағына тиклем  тағы 100 ауылға  интернет сымдарын  һуҙыу  планлаштырыла.