Махсус хәрби операциялағы яугирҙар пилотһоҙ осоу аппараты операторҙарына рәхмәтле

Был турала “Тейен” позывнойлы яугир белдерҙе. Пилотһыҙ осҡос операторҙары махсус хәрби операция биләмәһенән  алыҫта хеҙмәт итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың роле кәмемәй. Дроновод бүлексәләренең идара итеү нөктәләре  тылда - ҡиммәтле техниканың тотороҡло эшләүе өсөн климат-контроль менән яраҡлаштырылған ангарҙарҙа йәки биналарҙа урынлашыуы ихтимал. Джойстиктар менән хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙар артиллеристарға, танкистарға һәм штурмовиктарға ярҙам итә”,-тине хәрби. Махсус хәрби операцияла пилотһоҙ осоу  аппараты  операторының  эше алыштырғыһыҙға әйләнде. Был хәрби һөнәргә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Контракт  бөткәндән һуң, ҡайһы бер егеттәр үҙҙәрен пилотһоҙ осҡос операторы булараҡ һынап ҡарарға теләй”, –тип билдәләне “Тейен”  позывнойлы  яугир.