Һүҙ Воровский урамынан Карл Марксҡа тиклемге участка тураһында бара. Ҡала үҙәге булғанға күрә бында транспорт ағымы бик көслө. Автомобиль тығындары барлыҡҡа килмәһен өсөн эш төнгө сәғәттәрҙә башҡарылды. Эшселәр асфаль һәм люктарҙың тигеҙлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүлгән. Подрядсы менән контракт 55 миллион һумға төҙөлгән. Проект ҡала ҡаҙнаһынан финансланған. Килешеүгә ярашлы, асфальттың өҫкө ҡатламына ике, термопластик һыҙатҡа бер йылға гарантия бирелергә тейеш. Етешһеҙлектәр табылған осраҡта подрядсы уларҙы үҙ иҫәбенә бөтөрөргә бурыслы.