Уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ. Салауат районы инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивален ҡабул итте. Сара «Янғантау» геопаркында бер нисә көн дауамында барҙы. Был юлы унда 13 команда-Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән 130 спортсы үҙ көсөн һынаны. Урындағы тәбиғи ландшафт үҙенсәлектәре һыу, тау дистанцияларында, шулай уҡ коляскаларҙа бәйгеләр ойошторорға мөмкинлек бирҙе. Һуңғы йылдарҙа сарала махсус хәрби операция ветерандары һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте командалары ҡатнаша. Быйыл 13-сө тапҡыр ойошторолған «Туриада» инвалидтарҙың социаль интеграцияһы өсөн шарттар булдыра, уларҙың потенциалын асыуға булышлыҡ итә, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштыра, спорт һәм туризм менән шөғөлләнергә көс бирә.