Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу контролдә

Яғыулыҡ буйынса сикләүҙәр осоронда ла көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле хәл контролдә тотола. Оператив штаб көн һайын хәлде күҙәтә. Күпселек күрһәткестәр буйынса республика «йәшел зона»ға инә, әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмәлә белдерҙе. Ултырышта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу һәм контейнер майҙансыҡтарының торошон контролдә тотоу һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде. Йәй башланғандан алып инцидент-менеджмент мәғлүмәт системаһына көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле 530-ҙан ашыу хәбәр килгән. Халыҡтың күбеһе контейнер майҙансыҡтарың етешмәүенә зарланған.