Бындай ҡарар баланың мәктәпкә яраҡлашыу осоронда йөкләмәне кәметеү маҡсатында ҡабул ителгән. Сөнки тикшеренеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, беренселәрҙең байтаҡ өлөшөндә уҡыу йылы дауамында ҙур функциональ көсөргәнеш һәм арыу кимәле һаҡлана. Был шарттарҙа өйҙәге уҡыу йөкләмәһе йәш быуында өҫтәмә стресс тыуҙыра. Бер үк ваҡытта республикала беренсе кластарға ҡабул итеүҙең икенсе тулҡыны башланды. Быйыл Өфөлә 12 меңдән ашыу бала тәүгә парта артына ултыра. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы 125 бала йыйырға йыйына. Сентябрҙән мәғариф усағында буласаҡ уҡыусылар өсөн әҙерлек курстары башлана.