Башҡортостан мәктәптәрендә хеҙмәт һәм хәүефһеҙлек кабинеттары яңыртыла

Республика мәктәптәрендә хеҙмәт дәрестәре, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетттары яңыртыла. Өфөнөң Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ла ҙур үҙгәрештәр бара. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә лицей кабинеттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Физика кеүек теүәл фәндәрҙән тәжрибәләрҙе уҡыусылар яңы ҡорамалдар ярҙамында үткәреп, теоретик белемдәрен ғәмәлдә нығытасаҡ. Иҫке парталар урынына егеттәргә яңы станоктар ҡыҙҙарға, теген машиналары, тренажерҙар һәм манекендар ҡуйылған.

Мәғариф учреждениеларын модернизациялау 2030 йылға тиклем дауам итә. Ижади киңлектәр яңыртыла, музыка һәм һынлы сәнғәт буйынса һәләтле балаларҙы асыу өсөн уңайлыҡтар булдырыла. Хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре лә үҫмерҙәр өсөн күпкә функциональ һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Был үҙгәрештәр уҡыусыларҙың киләсәк уңыштарына таяныс булыр тип күҙаллана.