Бөрөлә археологик ҡаҙыныуҙарҙың яңы миҙгеле башланды

Ҡаланың көньяғында урынлашҡан ҡәберлектә студенттар, ирекмәндәр, шулай уҡ Археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү үҙәге белгестәре эшләй. Һәйкәл ғалимдар тарафынан күп йылдар дауамында өйрәнелә. Быға тиклем ойошторолған ҡаҙыныуҙарҙы берләштереү-экспедицияның төп маҡсаты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Биҙәүестәр һәм боронғо кешеләрҙең мөһим атрибуты-бысаҡ. Археологик ҡомартҡылар Бахмут мәҙәниәтенә, йәки өсөнсө-дүртенсе быуатҡа ҡарай. Уларҙы бер аҙна элек Бөрө ҡәберлегендә старт алған экспедицияла ҡатнашыусылар тапҡан. Эште тулы ҡеүәттә башларға ҡойма ямғырҙар ҡамасаулаһа ла, ҡәберлектәр кимәленә сыҡҡандар.

Бөрө ҡәберлеге-беҙҙең дәүерҙең 3-сө быуатынан алып 8-се буатҡа тиклемге ҡомартҡыларҙы туплай. Был Башҡортостанда булған иң оҙон хронологик колонка һәм Урал буйы ҡомарҡыларының таянысы булып тора. Бында бик күп халыҡтың матди мәҙәниәте тупланған, был тарихты тергеҙеү өсөн мөмкинлек бирә.

Александр Красноперов, Өфө археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү үҙәге хеҙмәткәре

Федераль кимәлендәге тарихи һәйкәлдә ҡаҙыныу эше беренсе йыл ғына башҡарылмай. Бөрө ҡәберлеге 1901 йылда табыла, әммә уны ентекле өйрәнеү ярты быуат тирәһе ваҡыт үткәс кенә башлана-ул Нияз Мәжитов етәкселек иткән экспедициялар. Әле эш Башҡортостандың Милли музейы менән Археологик сығанаҡтарҙы өйрәнеү үҙәге һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡатнашлығында алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә ҡәберлектең яҡынса 15 проценты ғына өйрәнелгән. Ғалимдарға ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Атлантика океанын Ағиҙел ярына алмаштырып ҡаҙыныу эшендә Гвинеянан Джасси Джибрил да ҡатнаша. Бөрөлә ул тәүге тапҡыр. Археологик экспедиция-тарихи ҡомартҡыларҙы табыу ғына түгел, уларҙы ентекле өйрәнеү ваҡиғалар хронологияһын булдырырға ла ярҙам итә, ти ул.

Бик ҡыҙыҡлы, сөнки бындай экспедицияла мин бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ. Берәй әйбер табылһа ҙур шатлыҡ.

Джасси Джибрил, археологик ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнашыусы

Археологик экспедицияла ҡатнашыусылар быға тиклем ойошторолған ҡаҙаныуҙарҙы берләштереүҙе, был майҙансыҡта ерләүҙәрҙең дөйөм картинаһын булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.

Әлфинә Килдейәрова