Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Башҡортостанда "Индцидент-менеджмент" системаһы йәй айҙарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары темаһы буйынса 534 хәбәр ҡабул иткән. Контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу, сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу, тарифтар буйынса мөрәжәғәттәр алынған. Премьер-министр Андрей Назаров асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.