Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был электричка Өфөнән Ырымбурға, шулай уҡ Абдуллин һәм Әшә йүнәлештәренә ебәрелә. Пассажирҙары хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырырға тейеш. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы техника паркын яңыртыу буйынса эште дауам итә. Республикала 11 заманса "Финист" һәм "Ҡарлуғас" электр поезы бар.