Республиканан ситтә белем алған студенттар үҙебеҙҙә стажировка үтә ала

  Мәскәүҙә, Башҡортостандың  тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Стажировка үҙәге эшләй. Ул республика предприятиелары һәм ойошмаларында, власть органдарында практика үтергә ярҙам итә. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 100-ҙән ашыу кеше ғариза тапшырған. Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе үҙебеҙгә ҡайтарыу  өсөн проекттың әһәмиәтен дә билдәләне. - Студент предприятиела практика үтеп, үҙенең кәрәкле белгес буласағын аңлаһа уның бында ҡайтыу мөмкинлеге арта, тине Республика Башлығы.