Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Радий Хәбировтың тәнҡитенән һуң шулай тип белдерҙе. - Пациент менән әҙәпле булыу - медицина хеҙмәткәре өсөн эш нормаһы. Баш табип ошо талапты коллективҡа еткерә алмаһа, беҙҙең юлдар айырыласаҡ, - тине министр. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифаты контролгә алына. Халыҡтан мөрәжәғәт һәм ялыуҙар буйынса аҙна һайын доклад яһаласаҡ.