Бындай мөмкинселек менән ирекле формированиела хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр, Рәсәй гвардиясылары файҙалана ала. Ер бер тапҡыр һәм йорт төҙөү өсөн бирелә. Теркәлгән урын буйынса иҫәпкә торорға мөмкин. Ғаризаны Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, дәүләт хеҙмәттәре порталында, күп функциялы үҙәк аша муниципалитет хакимиәтенә бирергә була.