“Был өлкәләге ҡатмарлыҡтар әле лә һаҡлана, яйлап хәл ителә. Быға беҙҙең энергетика системаһының дөйөм ҡеүәте булышлыҡ итә-уның ныҡлыҡ запасы юғары. Эш поставкалар менән бәйле проблемалар тулыһынса бөтөрөлгәнгә тиклем алып барыла, тине Рәсәй президенты. Был Ҡырым өсөн айырыуса мөһим. Владимир Путин ярымутрауҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһын булдырыу буйынса эш алып барылыуын белдерҙе. Бындай ҡарарҙар Ҡырымда яғыулыҡ логистикаһын тотороҡландырырға һәм уны бөтә ил буйынса нығытырға ярҙам итәсәк.