Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһында дошман пилотһыҙ осоу аппараттарының күпләп һөжүме кире ҡағылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, атып төшөрөлгән БПЛА ҡалдыҡтары төшөү һөҙөмтәһендә төтөн сыҡҡан урындар бар. Шунда уҡ оператив хеҙмәттәр эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә тотона. Көстәр һәм саралар етерлек. Зыян күреүселәр теркәлмәгән, тип яҙған республика етәксеһе.