Башҡортостанда туристик маршруттарҙа сүп-сар сығарыу көсәйтелә

Йылғанан һалда, кәмәлә ағыу маршруттарында һәм туристар өсөн ойошторолған ял урындарында сүп-сар сығарыу буйынса өҫтәмә саралар күреләсәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, туризмдың был төрөн үҫтереү буйынса 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән концепцияға ярашлы, экологик нормаларҙы үтәүгә бәйле тәҡдимдәр индерелгән. Йыл һайын миҙгеленә 80 меңгә яҡын турист республика йылғалары буйлап һалда йөҙә. Был маршруттарҙа таҙалыҡты тәьмин итеү өсөн махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа контейнер һәм бункерҙар ҡуйылған. Туроператорҙарҙан аҡса йыйыу ойоштороу мөмкинлеге лә ҡарала.