Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Бөрөнән Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй ғаиләләр конкурсының һайлап алыу этабы, тиҫтәләгән конкурс һынауҙарын үтеп, төп приз-5 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһы ойошторған «Беҙҙең ғаиләлә тап шулай» бәйгеһендә эрудиция, спорт ҡаҙаныштары һәм ғаилә ағзаларының үҙ-ара эш итеүе баһаланған. Ғиззәтуллиндарҙан был конкурста ғаилә башлығы Альберт, уның тормош иптәше Анна, улдары Мирон, ҡыҙҙар Есения һәм Аннаның әсәһе-Ирина Черных ҡатнашҡан.

5 миллион һумлыҡ сертификатты өләсәләренең йортон ремонтлау өсөн тотонорға иҫәпләйҙәр. Аҡсалата бүләктән тыш, Ғиззәтуллиндар бушлай ғаилә сәйәхәтенә юллама алды. Бергәләп ял итеү өсөн йүнәлеш һайлайҙар. Тиҙҙән конкурстан алған сағыу эмоцияларҙы сәйәхәт итеүҙең яңы тәьҫораттары алмаштырасаҡ.