Салауат ҡалаһының нефть-химия предприятиеһына йүнәлтелгән БПЛА һөжүме иң күләмлеһе. Был турала оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров белдерҙе. Пилотһыҙ осоу аппараттарының яртыһынан күбеһе бәреп төшөрөлгән. Уларҙың ҡалдыҡтары сәнәғәт комплексы биләмәһенә төшкән. Төп объекттар зыян күрмәгән. Ресурс менән тәьмин итеү эстакадалары һәм электр селтәрҙәре генә эшлектән сыҡҡан. Янғын тиҙ арала һүндерелгән. Республика башлығы әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттарының күбеһе радиоэлектрон көрәш саралары менән сафтан сығарылған. Ҡолап төшкән бпла ҡалдыҡтарын эҙләү дауам итә. Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарын тапҡан осраҡта 112 һандарына ҡотҡарыусыларға шылтыратырға өндәне.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, властар пассив һәм актив һаҡланыу сараларын камиллаштырыу буйынса барыһын да эшләй. Сәнәғәт предприятиеларын һаҡлау менән шөғөлләнгән БАРС отрядтары яңы боекомплекттар менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ комплексты төргеҙеү эштәре лә тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Бер нисә көндән предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тине Радий Хәбиров.