Башҡортостанда мобиль интернет киңәйә

Быйыл Башҡортостан буйынса юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа тоташытырыу 94 процентҡа тиклем еткереләсәк. Һанлы технологиялар һәм интернет дәүерендә республиканың бөтә биләмәләрендә, юл участкаларында граждандар өсөн бәйләнеш ойоштороу маҡсаты ҡуйылған. Уҙған йылда ғына төбәктә 2 мең мобиль станция эшләй башлаған һәм был күрһәткестәр артасаҡ. Өфө- Инйәр юлында ла элемтә үткәреү эштәре дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Ҡолмас ауылында эшселәр электр сымдары үткәреп бағаналарҙы элемтә өсөн әҙерләй. Ҡеүәтле станция 63 cаҡрымға тиклем майҙанды мобиль бәйләнеш һәм интернет менән тоташтыра. Елмерҙәк бөгөлө һәм башҡа хәүефле урындарҙа водителдәр һәм урындағы халыҡ бәйләнеш менән файҙалана ала.

Белорет районы учаскталарында элемтә үткәреү еңелдән түгел. Хозур тәбиғәтле майҙандың урманды, таулы һәм һаҙлыҡлы урындары элемтәселәргә ҡатмарлыҡтар өҫтәй. Әммә Башҡортостан буйынса юғары тиҙлекле интернет һәм бәйләнеш үткәреү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Республика быйыл юғары тиҙлекле мобиль интернет менән 94 процентҡа тәьмин ителәсәк.

Әле беҙ Архангел -Инйәр участкаһында төҙөлөш алып барабыҙ. Бында тағы өс бағананы элемтә менән йыһазландырыу эше ҡалды. Бөтә эштәр көҙгә тамамланасаҡ һәм был участкала сифатлы бәйләнеш буласаҡ. Киләһе йылға Инйәр Белорет юлындағы проектты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ.

Егор Фисюк, «МТС» компанияһының Башҡортостан буйынса директоры

Өфө-Инйәр участкаһын интернет менән тьмин итеү уңайлыҡтан алда хәүефһеҙлек маҡсатында ойошторола. Быға тиклем Архангелды үткәс бәйләнешкә сығыу өсөн Инйәргә тиклем барып етергә тура килә ине ти водителдәр. Навигатор менән файҙалыныу, яҡындарыңа һәм кәрәкле хеҙмәттәргә шылтыратыу ғөмүмән бәйләнештә булыу ҡыуандыра.

Республикала мобиль интернеттан башҡа сымлы интернет әүҙем үткәрелә. Былтыр 300 биләмәлә 70 мең йорт юғары тиҙлекле сымлы интернетҡа тоташтырылған. «Уңайлы интернет» программаһы сиктәрендә тағы ла 50 ауылға интернет үткәреү маҡсаты ҡуйылған. Мәктәптәргә килгәндә Башҡортостанда бөтә мәғариф учреждениеларына интернет үткәрелгән.

Ф.Миһранова