Өфөлә старт алған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында Волга буйы федераль округы төбәктәренән 9 техник-протез ҡуйыусы үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Был компетенция быйыл тәүге тапҡыр бәйге программаһына индерелгәйне. Әлегә ҡатнашыусылар тест һорауҙарына яуап биреп, теоретик белемен күрһәткән. Практик өлөштә янбаш өсөн протез әҙерләүҙең тулы циклы күрһәтелергә тейеш. Кейеп ҡарап теүәл үлсәмдәрҙе билдәләү өсөн ваҡытлыса өлгө эшләнә. Баһалама комиссияһына протезлау өлкәһендә ҙур практик тәжрибәһе булған эксперттар саҡырылған. «Кадрҙар» милли проектының «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурстың яңы номинацияһы буйынса йомғаҡтар, еңеүселәр исемлеге аҙна аҙағында иғлан ителә.