Социаль селтәрҙә халыҡтан мөрәжәғәттәр һаны артҡан

Был тема  республика  хөкүмәтендә  ҡаралды.  Бер аҙнала  "Инцидент-менеджмент" системаһына  5 меңдән ашыу  хәбәр ҡабул ителгән.  Уларҙың күбеһе  тирә-яҡты, инфраструктураны  төҙөкләндереүгә  бәйле.  Шулай уҡ ағас, ултыртыу,  сүп-сар сығарыу буйынса мөрәжәғәттәр күп. Өфө, Октябрьский һәм  Стәрлетамаҡта  йәшәүселәр социаль селтәрҙә әүҙемлек күрһәткән.