Байконур космодромынан сираттағы пилотлы карап старт алды. Экипаж составында Рәсәй Геройҙары Петр Дубров менән Анна Кикина һәм Америка Ҡушма штаттарынан табип Анил Менон. Улар Халыҡ-ара йыһан станцияһындва 261 тәүлек уҙғара, осош барышында 38 фәнни эксперимент үткәрергә, шул иҫәптән “ФС - Газ Анализаторы” системаһын һынап ҡарарға, “Теледроид” роботы менән эшләргә һәм ҡояш әүҙемлеген тикшерергә йыйына. Станцияға медицина-биология һәм биотехнология тикшеренеүҙәре өсөн аппаратура килтерелә. Асыҡ йыһанға ике тапҡыр сығыу планлаштырыла.