Һунарсылар йәрәбәлә ҡатнашыу өсөн 1 августан ғариза тапшыра ала

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошо турала иғлан итте. Быйыл  112 айыу,  271 ҡоралай, 70 мышы, 490 һыуһар һәм  5 һеләүһен аулауға рөхсәт бирелә, йәрәбә һалынасаҡ. Ғаризала һунар биләмәһенең күрһәтелеүе мотлаҡ.