Иҫке-Аҡҡолай ауылында көслө ел йорт ҡыйығын осорған. Электр сымдары өҙөлгән, ағастар ауған, машинаға зыян килгән. Төҙөкләндереү эштәре бара,тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Быға тиклем Учалы районында дауыл арҡаһында Өргөн ауылы халҡы утһыҙ һәм газһыҙ ҡалды.