Яҡын арала заправкаларҙағы хәл тотороҡланырға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бына бер аҙна элек кенә яғыулыҡҡа бәйле һорауҙар килеп тыумай ине тиерлек. Әммә ошо көндәрҙә баш ҡалала һәм муниципалитеттарҙа ла йәнә сираттар барлыҡҡа килде. Башҡортостан башлығы был мәсьәләне контролдә тоторға ҡушты. Бөгөн бензинға бәйле хәлгә мониторинг беҙҙең телеканал менән Республикаға идара итеү үҙәгенең берлектәге брифингы барышында уҙғарыла. Республика заправкаларында хәлдәр нисек һәм бензин барыһына ла етерме? Был һорауҙарға эксперттар бөгөн көндөҙгә сәғәт өстә тура эфирҙа яуап бирәсәк.