Өфө эшҡыуары «Инвестиция порталында» теркәлеп, уның ярҙамында үҙ эшен асҡан. Ҡорос арҡан буйлап төшөү-осоу тойғоһо тыуҙыра. Экстремаль күңел асыу аттракционы уҙған йылдан өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҡабул итә. Ойошма етәксеһе Степан Котляр оҡшаш зиплайндарҙы Мәскәү, Пермь, Калининград ҡалаларында һәм Камчаткала асҡан. Телеүҙәк эргәһендәге йырын-сираттағы аттракцион булдырыу өсөн уңайлы урын тип һайлана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итә, республиканың Инвестиция порталында теркәлә. 2022 йылдың майында был проект Өфө ҡала хакимиәтендә үткән «Инвестиция сәғәтендә» ҡарала һәм хуплау таба. Зиплайн төрлө оҙонлоҡтағы өс трассаны берләштерә, бейекелеге-60 метрға тиклем.
Инвестиция порталында теркәлеү үтеп, хуплау тапҡан проектты тормошҡа ашырыу өсөн хакимиәт тарафынан бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Атап әйткәндә, майҙансыҡ рәсмиләштерелә, башҡа административ мәсьәләләр хәл ителә. Әлеге ваҡытта Степан Котляр ике компания менән етәкселек итә. Береһе-күңел асыу парктары, балалар өсөн ял итеү үҙәктәре төҙөүҙә махсуслашһа, икенсеһе-арҡан парктары селтәре.