Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр араһында пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр арта. Өфөлә «Һаҡсы» үҙәгендә кандидаттар һайлап алыу үткәндән һуң, дрон төрҙәрен, улар менән идара итергә өйрәнә. Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәре бөгөнгө көндә Ҡораллы көстәрҙә иң элиталы ғәскәр төрҙәренең береһе һанала. БПЛА операторҙарының хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә. Контракт бер йылға ҡаралған һәм теләгән осраҡта уны оҙайтырға йәки туҡтатырға мөмкин. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппарттары менән бәйле булмаған башҡа ғәскәр төрөнә күсерә алмайҙар. Шулай уҡ улар закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәргә, льготаларға, социаль гарантияларға хоҡуҡлы.