Башҡортостандың 36 эшҡыуары Валбериз компанияһы ойошторған «Үҫеш платформаһы» проектына инде. Улар йәмғеһе 41 бренд тәҡдим итә. Проектта ҡатнашыусылар интернет майҙансығында һатыу итеү өсөн төрлө ташламалар ала. Бөгөн маркетплейста сауҙа итеүселәр менән WILDBERRIES & RUSS компанияһының башҡарма директоры Роберт Мирзоян осрашты.
Илфат Солтангәрәевтың билдәле хеҙмәт урыны юҡ. Ләкин был уны эшһеҙ тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Илфаттың эшләмәгән ваҡыты юҡ. Әле лә ул төп шөғөлө менән мәшғүл. Эш урыны ла ҡайҙа интернет бар-шунда. Нефтекама егете маркетплейстарҙа дарыу үләндәренән эшләнгән ҡатнашмалар һата. Интернет сауҙа майҙансыҡтарына сығыу бизнесты күпкә киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирҙе, ти ул.
Һатыусылар төрлө, ә кибет һәр кемдең кеҫәһендә. Күргәҙмәгә ҡуйылған һәр тауар бар ҡулланыусыға ла яҡшы таныш. Сөнки хәҙер ҡулына телефон тота алған һәр кем тап маркетплейстар аша тауар алдыра.
Хәҙер уларҙы «Үҫеш платформаһы» берләштерә. Маркетплейс ойошторған проект йүнселдәргә тағы ла киңерәк мөмкинлектәр аса. Әле уға Башҡортостандан 36 эшҡыуарлыҡ субъекты ҡушылды. Майҙансыҡ сит ил баҙарына сығыу, ташламалар менән файҙаланыу механизмы.
Әле «Үҫеш платформаһы»на илдең 56 алты төбәгенән 1300 бренд ҡушылған. Унда ҡатнашыусылар тауар әйләнешенең 80 процентҡа тиклем артыуын билдәләй.
Башҡортостан интернет майҙансыҡтарында һатыу итеү күләме буйынса 15 урынды биләй. Маркетплейстарға көн дә 11 меңдән ашыу әүҙем һатыусы сыға. Ә бына һатып алыусылар һаны 2 миллион һәм улар көндән- көн арта.
А.Кәбиров