Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһында Башҡортостандың һәм Сыуаш Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, прозаик Динә Гаврилова менән ижади осрашыу үтте.
Бишбүләк районында тыуып үҫкән яҙыусы тәү сирата Башҡортостан сыуаштары тормошона арналған дилогияһы менән билдәле. «Һалҡын йылдар төҫтәре» һәм «Һин барыһынан да яҡшыраҡ» тип аталған китаптарҙа автор тыуып үҫкән Бәләкәй Мәнәүез ауылы тормошо аша ил тарихындағы һынылышлы осорҙарҙы сағылдыра. Ошо ваҡыт ағымында кеше яҙмыштары, ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында уйлана. Роман ваҡиғалары уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағынан 80-се йылдар башына тиклем осорҙо үҙ эсенә алған. Әлеге ваҡытта автор әҫәрҙең өсөнсө томын яҙыуҙы тамамлай. Динә Гаврилова шулай уҡ сатира һәм юмор өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Ижади осрашыуҙа яҙыусының яңы китабына өҙөктәр уҡып ишеттерелде, видеоға һалынған хикәйәләре тәҡдим ителде. Ижадташ дуҫтары Марсель Сәлимов, Галарина Ефремова, шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәр Динә Гаврилованың ижады тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.